Мишкәлә тифлосессия үтте 

Прошла тифлосессия в Мишкино
7 июнь, методик эшмәкәрлек сиктәрендә, М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре  "Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн муниципаль китапханалар" тифлосессияһын үткәрҙе. Семинарҙа Мишкә районы дөйөм хеҙмәтләндереү китапхана белгестәре ҡатнашты. 

Тәүге һүҙ Мишкә районы ҮКС директоры Кондогина Татьяна алды. Сығышында ул инвалидтар менән эш тәжрибәһен дөйөмләштерҙе һәм был йүнәлештең актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. 
Китапханасылар граждандарҙың мәғлүмәт алыуға төп хоҡуҡтары менән танышты. 
Түңәрәк өҫтәл барышында актуаль һорауҙар ҡаралды. Тифлосессия эшендә махсус китапхана директоры урынбаҫары Күсәрбаева Ирина Николай ҡыҙы, инновацион-методик бүлеге мөдире Борисевич Ирина Михаил ҡыҙы ҡатнашты. Осрашыу аҙағында муниципаль китапханалар хеҙмәткәрҙәренә сертификаттар тапшырылды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.