Мишкә районында тифлосессия

6 июнь Мишкә районында “Һаулығы сикле кешеләрҙе хеҙмәтләндереүҙә муниципаль китапханаларҙың роле” темаһына тифлосессия уҙғарылды.
Дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары был һорау буйынса күп мәғлүмәт тупланы.
Был эшмәкәрлектең яңы формаларын күрһәтеү маҡсатынан, муниципаль китапхана хеҙмәткәрҙәренә, һуҡырҙар өсөн тифлокомментарийҙар ярҙамында башҡарылған “Иҫәр бүре” йәнһүрәтен презентацияланылар.
Тифлосессияла директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы И. Н. Күсәрбаева, директор урынбаҫары В. Н. Пантелеева, инновация-методик бүлеге етәксеһе И. М. Борисович, Мишкә районы ҮКС директоры Т. А. Кондогина һ.б. ҡатнашты. Осрашыу аҙағында муниципаль китапханалар хеҙмәткәрҙәренә тифлосессияла ҡатнашыу сертификаттары тапшырылды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.