Марина Иванова: Бер уҡыусы бенефисы.

“Бенефис одного читателя” - Марина Иванова
«Бер уҡыусы бенефисы”ның сираттағы сығарылышы 25 май уҙғарылды. Был юлы кисәнең героиняһы Марина Иванова булды. Беҙҙең бенефистың геройҙары – күреү һәләте булмаған һәүәҫкәр композиторҙар, шағирҙар, рәссамдар,артистар.
Был кешеләр көслө рухлы. Сөнки яҙмыш алдында бөгөлөп төшмәй, үҙ юлдарын дауам итәләр, тормоштарын биҙәп йәшәйҙәр. Улар үҙ эсенә йомолмағандар, ә ижад итә башлағандар. Иң мөһиме улар  беҙҙең китапхананың әүҙем уҡыусылары.
Марина ҡояшлы Ташкентта тыуған, әммә Өфө ҡалаһында үҫкән. Өфөнө ул тыуған ҡалаһы тип иҫәпләй. Күҙҙәре күрмәү сәбәпле, туғандарынан алыҫта, тәүҙә Ғафури районы Табын ауылында, һуңынан, 9-сы синыфты тамамлағас, Свердлов өлкәһе Үрге Пышминск мәктәп-интернатында уҡырға мәжбүр була. Был мәктәп Маринала ижадҡа һөйөү тәрбиәләй.
Мәктәпте тамамлағас, Марина Өфөгә ҡайта. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта профтехучилище китапханаһына эшкә төшә.
1988-се йылдан алып Марина Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте ағзаһы булып тора. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең башҡорт региональ бүлеге директоры, Инвалидтар йорто директоры була. 2001-се йылдан алып ул Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең башҡорт региональ бүлегендә территориаль председатель.
Маринаның ижадҡа һөйөүе оло – ул йыр, бейеү студияларында шөғөлләнә.
Китапхана ҡунаҡтарына Марина Иванова шиғырҙар уҡыны, урыҫ, итальян, француз телендә эстрада йырҙарын йырланы. Башҡорт композиторы һәм йырсыһы Ленар Бикмырҙин менән дуэт башҡарҙы.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.