Махсус китапханала 23 майҙағы саралар.

Ҡулдар тыуҙырған матурлыҡ күргәҙмәһе.
Матурлыҡ. Ниндәй киң тѳшѳнсә ул. Уны һәр кем үҙенсә аңлай, ҡабул итә. Матурлыҡ бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тап ошо тѳшѳнсә кешене илһамландыра, бейеклектәргә әйҙәй. Матурлыҡҡа ынтылып, матурлыҡ тыуҙырып йәшәүселәр ысын мәғәнәһендә бәхетле кешеләр. Ошо кешеләрҙең рәтенә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында асылған күргәҙмәнең авторҙарын да индерергә була. Улар күңелдәрендәге матурлыҡты мулина менән сигелгән, акварель һәм майлы буяуҙар, бисер һәм таҫмалар менән эшләнгән картиналарҙа сағылдыра. Унан тыш, экспозицияла өтөп һәм һырлап ағасҡа төшөрөлгән һүрәттәр, һырлап баҫылған кейеҙҙәр ҙә бар. Күңеле матур кеше генә ысын мәғәнәһендә матур була ала. Күргәҙмәнең барлыҡ ҡатнашыусылары ла - төрлө дәрәжәлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле ғәриптәр, улар республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәйҙәр: Октябрьский ҡалаһынан – Зәбирә Хәлиуллина, Валентина Артемьева һәм Владимир Горшковтар; Әбйәлил районынан – Рәсилә Вәлиева һәм Элвина Сәйетғәлиналар, Дәүләкән ҡалаһынан Сергей Пыжьянов, Туймазы районынан – Динар Садыҡов һәм Айҙар Сәйетгәрәевтар, Өфөнән Елена Кочанова һәм Светлана Кузнецовалар.
Күргәҙмә "Бөтә Рәсәй ғәриптәр ойошмаһы" йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе һәм Башҡортоастан Респубикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһы инициативаһы менән ойошторолдо.
Матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙыра алған кешегә һәр ваҡыт һоҡланып ҡарайһың, хатта, “аҡ” көнләшеүеңде йәшерә алмайынса, эстән генә: “Эх, уның кеүек булдыра алһаң икән!”- тип уйлап та ҡуяһың. 
Ябай ғына нәмәнән үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыра алыусы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр бына шулай тормошто биҙәй, һәр көнөбөҙгә йылылыҡ, йәнлелек һәм матурлыҡ өҫтәй ҙә инде.
Күргәҙмә китапхананың эш графигы буйынса эшләй.
Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47-се һанлы йорт, “Витамин заводы” туҡталышы.
Гөлнар Ишбулатова тәржемәһе.
 
Тарҡау склероз көнө.
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар махсус китапханаһында Тарҡау склероз көнө уңайынан ошо сир менән көрәшеүселәр кәңәшмәһе үтәсәк. Тарҡау склероз көнө ошо сир менән көрәшеүселәрҙең халыҡ-ара йәмғиәте федерацияһы тарафынан ойошторолған. Маҡсаты – халыҡты был ҡурҡыныс сир тураһында иҫкәртеү, уға мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү. Өфөлә үтәсәк кәңәшмәне Халыҡ-ара тарҡау склероз ойошмалары федерацияһының Башҡортостандағы бүлексәһе ағзалары үткәрә.
Ултырыштың маҡсаты – Рәсәй кимәлендәге ойошмалар менән төбәктәрҙәгеләр араһындағы бәйләнеште, хеҙмәттәшлекте нығытыу, сиргә ҡаршы тороу өсөн матди саралар йәлеп итеү.
Кәңәшмә 2014 йылдың 23 майында Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47-се һанлы йортта 15 сәғәттә башлана. “Витамин заводы” туҡталышы.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.