Махсус китапхана уҡыусылары өсөн йыйылыш

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында  29 ғинуарҙа йыл да үткәрелә торған махсус китапхананың уҡыусылары өсөн йыйылыш үтте. Йыйылышты китапхана директоры Әминева А. Р. асты, үҙенең инеш һүҙендә - үткән  экология йылының ваҡиғаларға бай булыуын һәм махсус китапхананың коллективына Мәҙәниәт йылына ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды.  Унан һуң йыйылған уҡыусылар алдында бүлектәр мөдирҙәре махсус китапханала эшләнгән эштәре тураһында сығыш яһаны.
Йыйылыш барышында һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың уҡыусылар ойошмаһы һайланды, уның составы:
Председатель - Сөләймәнова З. А., ағзалары: Акшенцов Ю. Н., Нәбиуллина Ф. М., Иванова М. М., Ғилманшин Р. Р., секретарь: Пантелеева В. Н.
Уҡыусыларҙы йылдың башынан эшләй башлаған яңы сайт һәм уның  мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Насар күреүселәргә эшләнгән версияһында төрлө опциялары бар, мәҫәлән, экранда күренгән мәғлүмәттең төҫөн һәм шрифын үҙгәртергә була.
Йыйылыш башланыр алдынан Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге күҙ ауырыуҙарын диагностикалау бүлеге мөдире биология фәндәре кандидаты Руслан Алик улы Мөхәмәҙиев телмәр тотто.
Махсус китапхананың директоры үҙ нәүбәтендә Мулдашев Э. Р.  тураһындағы библиографик күрһәткес экземплярын Р. А. Мөхәмәҙиевҡа тапшырҙы.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.