Легендар осоу: тарихты үҙгәрткән 108 минут

Издано рельефно-графическое пособие

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә "Легендар осоу: тарихты үҙгәрткән 108 минут" ҡабарынҡы график әсбап сыҡты. Ул Юрий Алексей улы Гагариндың йыһанға осоуына 60 йыл тулыуға арнала. 
12 апрель Рәсәйҙә космонавтика көнө билдәләнә. Был байрам кешенең тәү тапҡыр йыһанға осоу датаһына бәйле. 2021 йылда илебеҙ был ваҡиғаның 60 йыллығын билдәләй. Әсбапта космонавтарҙы һайлап алыу һәм әҙерләү, осоуҙың техник яҡтан нисек ойошторолоуы тураһында бирелде. Мәғлүмәт тарихи-мәҙәни һәм документаль материалдарға нигеҙләнә. 
Әсбап махсус һәм коррекцион мәктәп уҡыусылары өсөн Башҡортостан мәҙәниәте тарихы дәрестәрендә өҫтәлмә материал булараҡ ҡулланылырға мөмкин.
Ҡабарынҡы график әсбап техник эшкәртеүҙәр үткәндән һуң китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.