Ко дню национального костюма

Ко дню национального костюма
Махсус китапханала "Башҡорт милли ҡатын-ҡыҙҙар кейеме" ҡабарынҡы график әсбап сыҡты. Милли кейем көнө алдынан, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Башҡорт милли ҡатын-ҡыҙҙар кейеме" ҡабарынҡы график әсбап баҫылды. Баҫма ҙурайтылған шрифт һәм Брайль шрифтында сығарылды. Биҙәүестәр, баш кейеме, түшелдерек, күлдәк кеүек башҡорт милли ҡатын-ҡыҙҙар кейеменең традицион элементтары ҡабарынҡы график һүрәттәрҙә бирелде. Әсбап ҡатын-ҡыҙҙар милли кейеменең үҙенсәлектәрен, барлыҡҡа килеү тарихын, уның бай биҙәктәрен, төрлөлөгөн сағылдыра. Видеопрезентация рельефно-графического пособия  Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының Стәрлетамаҡ филиалы, иң кескәй уҡыусылары өсөн, "Башҡорт ир-егеттәре кейеме" тактиль китабын әҙерләне. Китапта милли кейемдең биш элементы бирелгән. Кейем элементтары ҙурайтылған һәм Брайль шрифты менән оҙатылып бара. Китап биттәре вертикаль рәүештә асыла, шуға күрә кейемдең бер юлы биш элементын да күрергә мөмкин. Китапта күлдәк, камзул, елән, баш кейеме тәҡдим ителә. Китаптағы бөтә кейемдәр ҙе лә сисеп, тотоп ҡарарға мөмкин. . Видеопрезентация тактильной книги 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.