Книжная выставка "Легенда неба Второй мировой"

Книжная выставка "Легенда неба Второй мировой"
"Икенсе донъя күге легендаһы" китап күргәҙмәһе
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы ҡулланыусылары иғтибарына, Совет хәрби осоусыһы, полковник, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. 
Муса Гәрәев - Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, ике тапҡыр СССР геройы. Рекордлы 250 хәрби осоу яһай, Советтар Союзы һәм Көнсығыш Германия территорияларында азат итеү операцияларында ҡатнашҡан. 
Таныштары уны бик иғтибарлы һәм баҫалҡы кеше булараҡ хәтерләй. Осрашҡанда, йәки телефондан һөйләшкәндә, Муса ағай һәр саҡ һаулыҡ, ғаилә тураһында ҡыҙыҡһыныр ине, тиҙәр уның хаҡында. 
Буласаҡ осоусы 1922 йылдың 9 июлендә Бәләбәй өйәҙенең башҡорт ауылында тыуған. Башланғыс мәктәпте үҙ ауылында ала. Ә етенсе класты күрше Бишҡурай ауылында тамамлай. 
Махсус белемде ОСОАВИАХИМ аэроклубында ала. Самолеттар һәм уның менән бәйле бөтә нәмәләр ҙә Мусаның тормош мәғәнәһенә әүерелә. Техникум дипломын алғас, Гәрәев Саратов өлкәһенә китә һәм шунда хәрби-авиация мәктәбенә уҡырға инә. 1942 йылдың аҙағында фронтҡа саҡырыла. 
Муса Ғайса улы 944-се авиация штурм полкы һалдаты булып китә. Часткә килгәндә, ул күңелһеҙ күренеш менән тап була: бөтә шәхси составта ни бары биш егет кенә ҡалған. Ҡалғандары һәләк булғандар. 
Сталинград һуғышында башҡорт егете үҙенең тәүге наградаһына лайыҡ була. Ул да булһа Ҡыҙыл йондоҙ ордены. Һуғыш тамамланыуға бер йыл ҡалғанда, ул инде эскадриль командиры була. Күктәге батырлыҡтары өсөн Муса Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ була. 
Көтөп алынған еңеүҙән һуң, Муса Ғайса улы транспорт авиацияһы осоусыһы булып китә. Шул уҡ ваҡытта, Хәрби академияны уҡып сыға һәм депутат итеп һайлана. 
60-сы йылдар уртаһында һауаға ғашиҡ осоусыға табиптар, һаулығы насар булыу сәбәпле, яратҡан эшен туҡтатырға ҡушалар. Шуның өсөн ул кире тыуған яҡтарына, Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм ҡалған ғүмерен шунда үткәрә.
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә:

Видеобзор книжной выставки по ссылке https://youtu.be/ol5WEHRh0oY

На выставке представлены издания из фондов специальной библиотеки, изданные в разные годы.

«Говорящие» книги на оптических СД-дисках и электронные ресурсы:

Гареев, М. Штурмовики идут на цель [Электронный ресурс] : воспоминания / М. Г. Гареев ; чит. Г. Евдищенко .— Уфа : БРСБС, 2015 .— 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 8 ч 46 мин : Формат МР3 .— С изд.: Уфа: Баш. кн. изд-во, 1990.- (12+) .— Гареев М. Штурмовики идут на цель. звуч. 8 ч. 46 м. чит. Г. Евдищенко.zip.

Гареев, М. Штурмовики идут на цель [Звукозапись]. Ч. 3 / М. Гареев .— Уфа : БРСБС, 2019 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С изд. : С файлов жесткого диска БРСБС.

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

Герои Башкортостана [Шрифт Брайля] : к 75-й годовщине Победы в Великой Отечественной войне 1941-1945 годов : пособие с рельефно-графическими иллюстрациями / Башкирская республиканская специальная библиотека для слепых имени Макарима Хусаиновича Тухватшина ; сост., техн. ред. по Брайлю А. Усманова ; корректор З. Сулейманова ; отв. за вып. А. Аминева .— Уфа : [Б. и.], 2020 .— 1 кн. — (12+).

Книги, изданные плоско-печатным шрифтом:

Гареев, М.Г. Штурмовики идут на цель [Текст]: вспоминания / М. Гареев. - Уфа. - Баш. книжное издат., 1990. 240 с.

Гареев Муса Гайсинович [Текст] // Башкирская энциклопедия В 7 т. /  гл. ред. М. А. Ильгамов Т. 2. В  .— Уфа :НИ "Башкирская энциклопедия", 2006.— С. 224-225.

Личак, Н. От Миуса до Пиллау [Текст] // Славные сыны Башкирии:очерки о Героях Сов. Союза. Кн. 1 / сост. А. Ерошин, С. Саитов. - Уфа: Башкнигоиздат, 1965. С. 19-28.

Дваждый герой Советского Союза М. Г. Гареев [Текст] // Ветераны Башкортостана / сост. А. И. Захаров. - Уфа: Китап, 2005. - С. 108-110.

Памятник дважды Герою Советского Союза Гарееву М. Г. [Текст] // Узиков, Ю. А. Исторические памятники Уфы. - Уфа: Китап, 1999. - С. 240-242.

Багаутдинов, А. "Сокол шесть, тридцать один" / А. Багаутдинов, Р. Багаутдинов // Ватандаш. - Уфа. 2022. - N 6. - С. 4-13.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.