Китапхана фондында яңы китаптар.
Яҡын арала Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһы Санкт-Петербургтың «Чтение» нәшриәт-полиграфия ойошмаһынан ебәрелгән рельеф-нөктәле Л.Брайль шрифы менән баҫылған әҫәрҙәр менән тулыландырыласаҡ.
ООО ««Логосвос» Нәшриәт-полиграфия тифломәғлүмәт комплексы»нда сығарылған кассетала «һөйләшкән китаптар» килде.
Яҡын арала китаптар техник эшкәртеүҙе үтәсәк һәм китапхананың фондына инәсәк.
Китапханала башҡорт телендә Брайль шрифы менән З.М. Мурсиевтың «Алтын ҡурай» тигән йыйынтыгы баҫылды, унда балаларга арналған хикәйәләр һәм әкиәттәр индерелгән.