"Изге осрашыуҙар" әҙәби салоны. 

Литературный салон «Добрые встречи»
Бөгөн, 5 декабрь, махсус китапханала Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә бағышланған "Изге эштәр" әҙәби салоны үтәсәк. 
Уҡыусыларға Мөнир Ҡунафиндың "Шаҡмаҡ ҡояш" китабы тәҡдим ителәсәк. Китап Брайль шрифы менән баҫтырылған. 

Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы - башҡорт прозаигы, шағир, драматург. Һөнәре буйынса журналист. Бала сағынан уҡ башҡорт телендә ижад итә. 
Авторҙың был китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған повестары һәм хикәйәләре индерелгән. 
Яҙыусы һәм уҡыусылар әҫәрҙең сюжет һыҙыҡтары, төп геройҙар тураһында фекер алышасаҡ, тәҫьораттар менән бүлешәсәк. 
Башланыу ваҡыты: 15.00
Адресы: Өфө ҡ., Киров урамы, 47.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.