Инклюзивная арт-площадка

Инклюзивная арт-площадка
1 декабрь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында инклюзив арт-майҙан эшләйәсәк. Бында беҙҙең ҡунаҡтарыбыҙ ике күргәҙмәне ҡарай ала. Тигеҙ мөмкинселектәр менән беҙ, сәнғәт юлын әле генә башлаусы профессионалдарҙың һәм күреү һәләте яғынан һаулығы сикле кешеләрҙең эштәрен тәҡдим итәбеҙ.
Халыҡ-ара инвалидтар көнөн билдәләү рамкаһында, ҡунаҡтарыбыҙ иғтибарына “Тәбиғәт һәм беҙ” күргәҙмәһен тәҡдим итәбеҙ. Был эштәр, күреү һәм ишетеү һәләтенән бер үк ваҡытта мәхрүм ителгән китап уҡыусыларыбыҙҙыҡы. Бисер, сепрәк, ағас, тәбиғи материалдар ҡулланып башҡарылған.
“График мозаика” күргәҙмәһе лә ошо уҡ көндә асыҡ буласаҡ. Бында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Художество-график факультеты студенттарының, төрлө йылдарҙа, графика техникаһы менән башҡарған, ижади курс эштәре тәҡдим ителә.
График эштәргә Иҫке Өфө, билдәле әҙәби әҫәр, натюрморт темалары һалынған. Һүрәттәрҙәге аҡлы-ҡаралы контраст, насар күргәндәргә ижадты ҡабул итеү өсөн еңеллек тыуҙыра. Экспозицияла рельеф эштәр ҙә бар. Линогравюралар өсөн штамптар линолеумда башҡарлыған. Күргәҙмәгә килеүселәр, улар менән тактиль рәүештә лә таныша ала.
Аҡ ҡағыҙҙа ҡара һыҙыҡтар, таптар менән эшләнгән композициялар эмоциональ көсөргәнеш тыуҙыра, гравюларҙың ҙур декоративлығын билдәләй.
Инклюзив арт-майҙан 14:00 сәғәттә, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса асыла.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.