Девяностолетие библиотеки

III «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе


2025 йылдың 30 майынан 1 июненә тиклем Өфөлә III «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк. Һүҙ көсөнә арналған сара көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем эшләйәсәк. Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 100-ҙән ашыу нәшриәт халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашыуын раҫланы. Сара сиктәрендә абруйлы ҡунаҡтарҙың - билдәле яҙыусыларҙың, авторҙарҙың, федераль спикерҙарҙың һәм власть органдары вәкилдәренең килеүе көтөлә.
Китап байрамының төп майҙансыҡтары - Совет майҙаны, Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт Институты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.
Китап йәрминкәһе сиктәрендә Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы инклюзив майҙансыҡ тәҡдим итәсәк. Унда килеүселәр һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уникаль баҫмалар менән таныша һәм уҡыусылар мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө сараларҙа ҡатнаша аласаҡ.
Ҡунаҡтарға «Башҡортостан – геройҙар иле» тактиль барельефтар күргәҙмәһен ҡарарға тәҡдим ителәсәк. Күргәҙмәлә М. Шайморатов, Салауат Юлаев, А. Матросов, М. Гәрәев, М. Кәрим, М. Ғөбәйҙуллин кеүек билдәле шәхестәрҙең барельефтары күрһәтеләсәк.
«Бармаҡ осондағы һуғыш йылъяҙмаһы» инвалид балаларҙың тактиль китаптары күргәҙмәһе конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәрен тәҡдим итәсәк. Тактиль китаптар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ихтыяждарын иҫәпкә алып, уларға тактиль ҡабул итеү өсөн мөмкин булған текстуралар, формалар һәм һүрәттәр ярҙамында тарихҡа сумдырылырға мөмкинлек бирә.
Ошонда уҡ инвалид балалар араһында «Беҙ һеҙҙе онотмаясаҡбыҙ, геройҙар»республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Ҡатнашыусыларға үҙҙәренең ижади ҡаҙаныштарын һәм был мөһим сарала ҡатнашыуын билдәләүсе дипломдар һәм бүләктәр тапшырыласаҡ. Был ваҡиға бөтәһе өсөн дә ысын байрам буласаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.