Һуҡырҙар өсөн китапханала сәнғәт төнө
2025 йылдың 3 ноябрендә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Сәнғәт төнө» акцияһы үтәсәк. Быйыл ул «Мәҙәниәттәр берҙәмлегендә – халыҡ көсө» девизы аҫтында үтә.
Онлайн режимда Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы сайтында башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы Мостай Кәримдең әҫәре буйынса төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» нәфис фильмы күрһәтеләсәк.
Фильмдың сюжеты XVII быуатта башҡорт далаһында бара. Төп герой -байбисэ Тәңкәбикә, аҡыллы тол ҡатын. Ул өс ул тәрбиәләй: Ишмырҙа, Аҡъегет (һылыуҡай Зөбәржәт менән йәрәшелгән) һәм Юлмырҙа, уны хәрби хеҙмәттән ҡатыны Шәфәҡ көтә. Повесть үҙәгендә, шулай уҡ,Аллаһы Тәғәлә аҡылдан мәхрүм иткән Диуана — Тәңкәбикәнең гонаһлы мөхәббәтенең емеше.
Фильм тифлокомментарийҙар менән оҙатылып бара. Был насар күреүсе һәм һуҡыр тамашасыларға экранда барған ваҡиғаларҙы яҡшыраҡ ҡабул итергә ярҙам итә.
Видеоматериалдарға һылтанмалар махсус китапхана сайтында 2025 йылдың 3 ноябрендә 15:00 сәғәттә буласаҡ.


Макарим Хусаинович Тухватшин










