Һуҡырҙар өсөн башҡорт халыҡ сәнғәте буйынса әсбап баҫылды. 

Издано пособие по народному искусству башкир для незрячих
2022 йылда иғлан ителгән Рәсәй халҡының мәҙәни мираҫы һәм халыҡ сәнғәте  йылына ҡарата, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә "Башҡорт халыҡ сәнғәте: металл һәм күн әйберҙәр, һырлы ағас" әсбабы донъяға сыҡты. Әсбап ҙурайтылған һәм Брайль шрифтарҙан, ҡабарынҡы-график иллюстрацияларҙан тора.

Был әсбапта металл эшкәртеү, яһау, ағас һырлау үҙенсәлектәрен аса. Ҡабарынҡы графикала тире яһау өсөн айылдар, ат егеү өсөн өҫтәлмәләр һәм һырлау тәҡдим ителә. 
Ағасты һырлау һәм биҙәкләү, күнде баҫмалау һәм зәргәрлек эше, сигеү һәм аппликация, балаҫ баҫыу һәм нәфис туҡыусылыҡ, мәрйендән, сәйләндән, тәңкәләрҙән биҙәүес әйберҙәр яһау, семәрләп бәйләү - ошолар башҡорт сәнғәтенә инә лә инде. 
 Халҡыңдың рухи байлығын тәрәндән белмәйенсә, халыҡ мәҙәниәтенә төшөнмәйенсә, үҙ илен яратҡан һәм яҡшы белгән патриот тәрбиәләү мөмкин түгел. 
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң, әсбап китапхана фондына һәм филиалдарға таратыласаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.