Девяностолетие библиотеки

Һайлау хоҡуғы буйынса Конкурс

22 май 18 йәштән өлкән физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьәләләре буйынса республика конкурсы уҙҙы. Сара Өфө медицина колледжында үтте.
Конкурсты ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, шулай уҡ Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы һайлау комиссияһы, «Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан республика ойошмаһы һәм Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы сығыш яһаны.
Һайлау хоҡуғы һәм процесы белгестәре викторина уйыны барышында теоретик һорауҙарға яуап биреп ярышты. Дөйөм алғанда, конкурс комиссияһы ҡатнашыусыларҙың әүҙемлеге һәм уларҙың әҙерлек кимәле менән ҡәнәғәт ҡалды.
Иң күп призлы балл йыйған ҡатнашыусылар дипломдар һәм иҫтәлекле сувенирҙар менән бүләкләнде. Бүләкләү тантанаһын Өфө ҡалаһының Совет районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Оксана Макаренко үткәрҙе.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.