Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө
Был көн итапхана өсөн Рәсәйҙең эре нәшриәттәре тарафынан нәшер ителгән китаптарҙы бүләк итеп ҡабул итеү менән билдәләнә.
АНО КС "МИПС Ретро" нәшриәте 2024 йылда Брайль ҡабарынҡы-нөктәле шрифты менән сығарылған китаптар бүләк итте.
АНО КС "МИПС Ретро" нәшриәте 2024 йылда Брайль ҡабарынҡы-нөктәле шрифты менән сығарылған китаптар бүләк итте.
Мәскәүҙең "Столица" социаль һәм мәҙәни үҫешенә булышлыҡ итеү фонды, С. В. Образцов исемендәге дәүләт академия үҙәк ҡурсаҡ театры менән берлектә, "Үҙенсәлекле ҡараш" программаһы ярҙамында һуҡыр һәм насар күргән балалар өсөн тәғәйенләнгән "Тылсымлы сәғәт" китаптарын тапшырҙы. Китап С. В. Образцов исемендәге ҡурсаҡ театры фасадындағы билдәле механик сәғәт персонаждары тураһында һөйләй. Ғаиләлә уҡыу өсөн тәғәйенләнгән, ике форматта сығарылған: ҙурайтылған шрифтта һәм Брайль шрифты менән. Был уны төрлө ҡабул итеү ихтыяждары булған балалар һәм өлкәндәр өсөн асыҡ итә.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы бағыусыларҙан һәм уҡыусыларҙан китаптарҙы әүҙем ҡабул итә. Был китапхана фондын киңәйтә һәм әҙәбиәткә мохтаж булғандарҙың барыһына ла асыҡ итә. Бүләк итеп тапшырылған һәр яңы китап - һуҡырҙар һәм насар күреүселәр араһында уҡыу мәҙәниәте үҫешенә табан аҙым.
Махсус китапхана уҡыусылары исеменән китапты уҡыусыға еткереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.