Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә
Йыл һайын 3 декабрҙә Рәсәйҙә халыҡ-ара инвалидтар көнө, йәки халыҡ-ара мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр көнө билдәләнә. 1992 йылдың 3 декабрендә Бмо-ның Генераль Ассамблеяһы үҙенең резолюцияһы менән халыҡ-ара инвалидтар көнөн билдәләй. Бөтә кешелекте 3 декабрҙә уға арналған төрлө саралар үткәрергә һәм мохтаждарға ҡарата изге эштәр башҡарырға саҡыра. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәмғиәтебеҙгә еңел генә интеграциялана һәм тулы тормош алып бара ала. Был көн алдынан, Мәскәү ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау Департаменты тарафынан мәғлүмәт-ағартыу һәм иҫкәртеү кампанияһы сиктәрендә, саралар үткәрелә. Ул йәмәғәтселек иғтибарын сикләүҙәр менән сирләгән кешеләрҙең проблемаларына йәлеп итергә тейеш була.
Был көндө 4 декабрҙә башҡорт яҙыусыһы Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән осрашыу ойошторолдо. Тәнзилә Сәлих ҡыҙы БАССР-ҙың Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. 1986 йылда, БДУ-ны тамамлағандан һуң, Республика халыҡ ижады ғилми-методик үҙәгендә, 1988-1992 йылдарҙа - «Пионер» журналында, 1994 йылдан - «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында, 2001 йылда - «Аҙна» нәшриәт йортонда эшләй. 2002 йылдан - редакция мөдире, 2004 йылдан - «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррир урынбаҫары, 2005 йылдан - «Башҡортостан уҡытыуыһы»журналының баш мөхәррире.
Уның беренсе китабы "Тау һуҡмағы" 1989 йылда баҫылып сыға. «Ҡыҙ хәтер» (1992), «Мин кем?(1997), "Ҡояш йыры" (2003) халыҡ яҙмышы, ерҙәге кешенең тәғәйенләнеше, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында. В.С. Высоцкий, А. С. Пушкин, М. И. Цветаева һәм башҡаларҙың шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итә. Тәнзилә Сәлих ҡыҙының шиғырҙарына С.А. Низаметдинов, Ғ. С. Дәүләтбирҙин, С. Р. Сәлмәнов һәм башҡалар йырҙар яҙа. Яҙыусылар Союзы ағзаһы (1992). Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы - Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты (1998).
Яҙыусы үҙенең ижады хаҡында һөйләйәсәк, шиғырҙарын уҡыясаҡ, ижади пландары менән уртаҡлашасаҡ, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк.
Башлана: 15:00 сәғ.