Халыҡ-ара берҙәмлек көнөнә

Ко Дню народного единства
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында Халыҡ-ара берҙәмлек көнөнә арнап, балалар өсөн “Рух берлеге менән беҙ көслө” патриотик сәғәт үткәрелде. Сарала 194-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Сара барышында кескәй дуҫтарыбыҙ байрамдың килеп сығыу тарихы, төрлө милләттәр, халыҡтар мәҙәниәте һәм көнкүреше менән танышты.
“Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән?” тифлокомментарийлы йәнһүрәте балаларға Урал тауҙары тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Артабан кескәйҙәр халыҡ уйындары менән танышты. Дәррәү килеп уйнанылар.
Сарала балалар шиғырҙар һөйләнеләр.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.