Филиалдарҙан яңылыҡтар

Вести из филиалов.
Махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында “Даниил Граниндың блокадалы китабы” атамалы тарихи-патриотик сәғәт үтте. Китап уҡыусылар
китап ҡалдырған тәҫьораттар менән уртаҡлашты, хәтерҙә уйылып ҡалған бүлектәр тураһында һөйләнеләр, ғөмүмән әйткәндә, тарих биттәренә яңынан-яңы ҡағылдылар.
 
Бәләбәй филиалында коррекцион мәктәптең ғ-се класс уҡыусылары өсөн Раштыуа байрамы ойошторолдо. Раштыуа шыршыһы алмалар, лампалар,
шәмдәр һәм башҡа уйынсыҡтар менән биҙәлде. Балалар был күркәм байрамдың тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштылар.
Шулай уҡ, филиал китапханасылары башҡорт гимназияһы белгестәре менән берлектә 2-се класс уҡыусыларына витаминдарҙың файҙаһы тураһында
әңгәмә ойошторҙо. Сараны викторина һәм конкурстар дауам итте.
 
Белорет филиалында Валерий Грызлиндың бер китап уҡыусы бенефисы үтте. Валерий Николай улы 2005 йылдан алып беҙҙең китапханаға йөрөй.
Валерий 1953 йылда Ырымбур ҡалаһында тыуған. Һуҡыр балалар өсөн Пермь интернатында белем ала. 3 йәштән алып музыка менән шөғөлләнә.
Кисәлә Геннадий Белов, Валерий Ободзинский, Александр Малинин репертуарҙарынан йырҙар яңғыраны.
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.