Филиалдарҙан яңылыҡтар. Бәләбәй
13 ноябрь, Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөндә махсус китапхананың Бәләбәй филиалында “Беҙҙең һаулыҡ һәм ул нимәнән тора” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Китапхана ҡулланыусылары Бәләбәй районының Үҙәк больница варч-терапевты Инна Ғәлимова менән осрашты.
Түңәрәк өҫтәл барышында һаулыҡ темаһына ҡағылған мөһим темалар тураһында әңгәмә барҙы.