"Этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлау ҡоралы булараҡ милли ҡабарынҡы-нөктәле шрифттар" төбәк-ара ғилми-ғәмәли семинары
2024 йылдың 17 декабрендә 11:00 сәғәттә махсус китапханала, М. Х. Төхвәтшиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған, "Этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлау ҡоралы булараҡ милли ҡабарынҡы-нөктәле шрифттар" төбәк-ара ғилми-ғәмәли семинары үткәрелә. Семинарҙың маҡсаты - Башҡортостан республикаһында ла, унан ситтә лә күреү һәләте сикләнгән кешеләр өсөн башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, китапханаларҙа мәҙәни мираҫты популярлаштырыу, күреү һәләте сикләнгән кешеләрҙе хеҙмәтләндереүҙә этник-ара китапхана-мәғлүмәт киңлеген булдырыу.
Белгестәр иғтибарына мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса һөҙөмтәле тәжрибәләрҙе өйрәнеү; китапханаларҙың этномәҙәни берләшмәләр менән үҙ-ара эш итеүе, милли телдәрҙәге әҙәбиәт фондтарын һаҡлау ысулдарын ҡарау, китапхана эшен һәм махсус китапханаларҙы үҫтереүгә М.Х. Төхвәтшиндың индергән өлөшөн, шулай уҡ уның башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауҙағы ролен тикшереү; мемориаль экспозиция менән танышыу тәҡдим ителәсәк.
Семинарҙа Рәсәй Федерацияһының һуҡырҙар өсөн төбәк китапханалары, Башҡортостан Республика Милли китапханаһы, Башҡортостан Республикаһының муниципаль китапханалары етәкселәре һәм белгестәре, музейҙар вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Бәйләнеш мәғлүмәттәре:
450077, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы Киров урамы, 47-се йорт. Транспорт туҡталышы Витамин заводы.
Сайт: www.brsbs.ru
E-mail: zam@brsbs.ru
телефон: 8 (347) 273-29-54-инновацион-методик бүлек