«Есенин — көҙ тауышы». Әҙәби осрашыу
3 октябрь М.Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республикаһы һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында «Есенин — көҙ тауышы» тип аталған әҙәби осрашыу үтте. Сара бөйөк рус шағиры Сергей Александр улы Есениндың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналды.
Уның шиғырҙары урман еҫе, яңы сабылған арыш еле һәм иртәнге ысыҡ ялтырауы менән тулы — улар ябай мәлдәрҙә лә матурлыҡты күрергә өйрәтә. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Есениндың тормошо һәм ижады менән танышты, биографияһының сағыу биттәрен иҫкә төшөрҙө һәм шағирҙың йән хисен, көҙгө тәбиғәт мөхитен сағылдырған шиғырҙарын йылы тойғо менән тыңланы.
Сергей Есенин — нескә лирик, тәбиғәт күренештәрен оҫта һүрәтләүсе, крәҫтиән йырсыһы һәм халыҡ йәнен яҡшы аңлаусы. Уның поэзияһы күптәргә яҡын һәм аңлайышлы, ә күп шиғырҙары төрлө стилдәге йырҙар һәм романстар нигеҙенә әйләнгән. Есенин ижадына ҡыҙыҡһыныу күп йылдар үтһә лә һүнмәй, был уның мәңгелек актуаллеген һәм рус мәҙәниәтенә булған тәьҫирен дәлилләй.

Макарим Хусаинович Тухватшин