Донецк халыҡ республикаһында йәшәүселәргә гуманитар ярҙам

Гуманитарная помощь жителям Донецкой народной республики.

Башҡортостанда Донецк халыҡ республикаһында йәшәүселәргә гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы ла был акцияға ҡушыла. 


Бөгөн махсус китапхана Донецк ҡалаһының "Һуҡыр һәм насар күреүсе балалар һәм ололар өсөн республика өҫтәлмә белем биреү үҙәге"нә Брайль шрифты менән баҫтырылған биш атамалы әҙәбиәт тапшырҙы. Шулар араһында балалар өсөн әкиәт китаптары һәм ҡабарынҡы график рәсемле әсбаптар: "Башҡортостан геройҙары: 1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышына 75 йыл"; "Тыуған ерҙең күп тауышы: башҡорттар"; "Тыуған ерҙең күп тауышы: украиндар". 
"Тыуған ерҙең күп тауышы" ҡабарынҡы график әсбаптары Башҡортостан республика башлығы гранты сиктәрендә баҫтырылды. Рәсәй халҡы төрлө этник төркөмдәргә бүленә, төрлө дингә табына, әммә ләкин дуҫ, күршеләрсә йәшәй. Бер халыҡ икенсеһен тулыландыра һәм байыта. 
Донецк халыҡ республикаһы һәм Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһындағы Донецк коммюникында ике яҡтың да килешеп эш итеүе һәм артабан да мәҙәниәт өлкәһендә бергә эшләү ҡарала. Әлеге ваҡытта М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Донецк "Һуҡыр һәм насар күреүсе балалар һәм ололар өсөн республика өҫтәлмә белем биреү үҙәге"нә "һөйләй торған китаптар"ға онлайн форматта юл асыҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.