Донбасс һәм Новороссия халҡының Рәсәйгә ҡушылыу көнө

Донбасс һәм Новороссия халҡының Рәсәйгә ҡушылыу көнө
30 сентябрь Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй Федерацияһы менән берләшеү көнө билдәләнә. Был байрам рус халҡының тарихи ғәҙеллеге һәм берҙәмлеге символы булып тора.
Иҫтәлекле датаны байрам итеү сиктәрендә, махсус китапхана абонементы әҙәбиәткә һәм ваҡытлы матбуғатҡа күҙәтеү әҙерләне.
Махсус йыйынтыҡта ҡабарынҡы-нөктәле шрифт менән баҫылған баҫмаларҙы, шулай уҡ был датаның әһәмиәте һәм берләшеү менән бәйле тарихи ваҡиғалар тураһында һөйләгән ваҡытлы баҫмаларҙы табырға мөмкин.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.