Диана Гурцкая махсус китапханала

Диана Гурцкая в библиотеке для слепых
2024 йылдың 11 мартында IV «АРТ-Ҡоролтай» мәҙәни форумы сиктәрендә «Аҡ таяҡ» халыҡ-ара хәйриә фестивале авторы һәм патронессаһы, йырсы Диана Гурцкая Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында танышыу экскурсияһында булды. Махсус китапхана директоры Айгөл Әминева махсус китапхананың төҙөлөү тарихы, эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре, китапханала күреү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн уңайлыҡтар булдырылыуы, әҙәбиәт фонды һәм уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү ысулдары, шул иҫәптән интернет аша һәм китаптарҙы өйгә килтереү менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. 

"Китапхана хеҙмәткәрҙәре уҙғарған сараларҙа һуҡырҙарҙың тормошо хаҡында башҡаларға еткереү өсөн инклюзивлыҡ бирергә тырышабыҙ", - тип билдәләне директор Айгөл Әминева. Диана Гудаевна Брайль шрифы менән нәшер ителгән китаптар, атап әйткәндә, тыуған яҡты өйрәнеү тематикаһы буйынса ҡабарынҡы-график һүрәттәр менән таныша аллы. Композитор Салауат Низаметдиновтың мемориаль мөйөшөндә билдәле йырсы һәм меценат композиторҙың Брайль шрифы менән үҙе тултырған нота дәфтәрҙәре менән танышты.
Артабан экскурсия ҡабарынҡы-график һүрәттәр менән Брайль китаптарын баҫтырыу өсөн ҡулланылған махсус ҡорамалдарҙа китаптар баҫтырыу бүлегендә дауам итте. Айырыуса, сағыу контраст төҫтәргә буялған һәм ҡабарынҡы итеп эшләнгән район сиктәре, тауыш оҙатыуы менән тәьмин ителгән Башҡортостандың тактиль картаһы иғтибарҙы йәлеп итте. 
Китапхана буйлап экскурсия барышында Диана Гурцкая китапханала даими экспонатта булған, һуҡыр һәм насар күргән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған, Брайль буйынса этикетка менән тәьмин ителгән күргәҙмә эштәре менән танышты. Шулай уҡ мобиль стеллаждар менән йыһазландырылған китап һаҡлау зонаһында булды.
«Нур» балалар үҙәгендә Диана Гурцкая иң бәләкәй һуҡыр уҡыусылар өсөн тактиль китаптар, ҡабарынҡы тәбиғәт картиналары, пейзаждар һәм ҡала мөхите макеттары экспозицияһы менән танышып сыҡты. 
Экскурсия тауыш яҙҙырыу студияһында тамамланды, унда рус һәм башҡорт телдәрендә «һөйләүсе» китаптар, шулай уҡ фильмдарға/мультфильмдарға йәки спектаклдәргә тифлокомментарийҙар яҙҙырыла. 
Йомғаҡлау матбуғатында Диана Гурцкая республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Китаптың һәр кешегә камиллашыу өсөн кәрәкле булыуын, ә уҡыуҙың уның айырылғыһыҙ өлөшө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Алфавитты белеү һәр ваҡыт кешенең грамоталылығы тураһында һөйләй, яңы технологиялар булыуға ҡарамаҫтан, һуҡырҙар өсөн Брайль системаһын белеү, уның грамоталылығын күрһәтә.
Иң һуңынан, Диана Гудаевна ойоштороусыларға китапхана менән яҡшы таныштырыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, уҡыусылар өсөн алып барылған эштәрҙең киң йүнәлешле булыуын, атап әйткәндә, Брайль шрифы һәм һүрәттәрҙең юғары сифатлы итеп баҫтырылыуын, китапхана эшенә күңел йылыһы һалыныуын билдәләне.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.