Быйылғы уҡыусылар йыйылышы
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында йыл һайын уҡыусылар йыйылышы үтә, унда китапхананың 2025 йылғы эшмәкәрлегенә төп йомғаҡтар яһала һәм 2026 йылға пландар тәҡдим ителә.
Бүлек һәм филиал мөдирҙәре үҙҙәренең эше тураһында ентекле отчет әҙерләне, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне һәм уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Фекер алышыуҙа Шулай уҡ Белорет, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ филиалдары мөдирҙәре һәм уҡыусылары ҡатнашты - телекүпер форматы һөҙөмтәле фекер алышыуҙы тәьмин итте. Ҡаралған мәсьәләләр араһында төп тема булып яңы китаптар килеүе, шулай уҡ уҡыусыларҙың мәҙәни күҙлеген киңәйтеү өсөн музей экскурсияларын ойоштороу тора.
Сара йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусылар китапхана хеҙмәткәрҙәренең эшен ыңғай баһаланы, хеҙмәттәрҙе һәм мәҙәни сараларҙы ойоштороуҙың юғары кимәлен билдәләне.

Макарим Хусаинович Тухватшин












