Бөтя Рәсәй ғилми-практик конференцияһы

Участие в работе Всероссийской научно-практической конференции

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Бөтә Рәсәй ғилми-практик конференцияһында ҡатнашты. “Тарихи-мәҙәни ҡомартҡы, йәки туризмды үҫтереүҙә махсус китапханаларҙың гуманитар ресурсы” конференцияһы Татарстан республикаһы махсус китапханаһына 80 йыл тулыуға бағышлап ойошторолдо.  

Конференция барышында түбәндәге һорауҙар ҡаралды: тыуған яҡтың мәҙәни-тарихи, географик картаһын өйрәнеүҙә китапхананың роле, социаль туризмды үҫтереүҙә программалар, китапханалар һәм музейҙар һ.б. 

“Донъя һәм Рәсәй халҡының байлыҡтарын популярлаштырыу маҡсатында һуҡырҙар өсөн әҙәбиәт” доклады менән беҙҙең китапхана директоры урынбаҫары Вера Пантелеева сығыш яһаны. Үҙенең сығышында ул китапхана эшмәкәрлегенең тарихты, мәҙәниәтте үҫтереүҙә роле тураһында һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.  

Конференцияла идара һәм министерство вәкилдәре, ижади союздар һәм йәмәғәт ойошмалары ағзалары, Рәсәй махсус китапханалары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. 

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.