Беҙҙә ҡунаҡта Гөлфиә Юнысова

Гульфия Юнусова в гостях у читателей
21 сентябрь махсус китапханала ҡунаҡта шағирә Гөлфиә Юнысова булды. Уның шиғырҙары, мәҡәләләре, йылмайыуы һәм, ғөмүмән, барлыҡ ғүмере матурлыҡ һәм ҡыуаныс тарата. Ул ололарҙың да, кескәйҙәрҙең дә йөрәгенә юл таба белә.
10 класта уҡығанда гәзит-журналдарҙа тәүге шиғырҙары баҫыла башлай. БДУ-ның филология факультетында уҡыған сағында балалар өсөн ике китабы баҫыла. Шулай уҡ, Гөлфиә апай ололар өсөн дә ижад итә. Уның шиғырҙары 25 телгә тәржемә ителгән, текстарына 300-ҙән ашыу йырҙар яҙылған.
Кисәлә автор башҡарыуында шиғырҙар яңғыраны. 28-се коррекцион мәктәп-интернаты уҡыусылары шағирәнең шиғырҙарын уҡынылар, “Ашығамын”, “Әйҙә, киттек Дим буйына” йырҙарын йырланылар.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.