"Беҙ һеҙҙе онотмаясаҡбыҙ, геройҙар" инвалид балалар араһында республика ижади конкурс
Инвалид балаларға социаль яраҡлашыуҙа, тулы ҡиммәтле, шәхси һәм интеллектуаль үҫештә, инвалид балаларҙа уҡыуға тотороҡло ихтыяж тәрбиәләүҙә ярҙам итеү маҡсатында, 2025 йылда инвалид балалар араһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Беҙ һеҙҙе онотмаясаҡбыҙ, геройҙар» республика ижади конкурсы үткәрелә.
Конкурсты ойоштороусы - Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы. Конкурсты ойоштороуҙа муниципаль китапханалар, ижади берләшмәләр һәм инвалид балалар һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләгән йәмәғәт ойошмалары ярҙамында Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы ҡатнаша.
Конкурста Башҡортостан республикаһы биләмәһендә урынлашҡан өйҙә йәки дөйөм белем биреү, коррекция ойошмаларында уҡыған 7-18 йәшлек кесе, урта һәм өлкән мәктәп йәшендәге инвалид балалар, ошо категория уҡыусылары өсөн китапхана хеҙмәттәре күрһәтеүсе китапханалар менән берлектә ғариза биргән инвалид бала тәрбиәләгән ғаилә ағзалары ҡатнаша ала.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙең шәхси һәм коллектив эштәре ҡабул ителә.
Конкурсты үткәреү ваҡыты - 2025 йылдың 3 мартынан 2025 йылдың 30 майына тиклем. Конкурс өс номинация буйынса бер-нисә этапта үтә:
1. "Минең ғаиләм геройҙары": Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғышҡан туғандары һәм уларҙың Еңеүгә индергән өлөшө тураһында инша, эссе, хикәйә (шиғырҙа йәки прозала) бирелә.
2. Кадрҙағы Хәтер китабы: мультимедиа продукты: буктрейлерҙар (Һуғыш ваҡыты, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм ваҡиғалары тураһында китаптарҙы тәҡдим иткән ҙур булмаған видеороликтар) бирелә.
3. "Бармаҡ осондағы һуғыш йылъяҙмаһы": Бөйөк Ватан һуғышы тарихын, ваҡиғаларын һәм геройҙарын асыусы ҡул эштәре китабы бирелә.
Конкурста еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы бүләкләү конкурсты ябыу тантанаһында үткәрелә. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар менән бүләкләнәсәк. Улар Конкурсҡа йомғаҡ яһау буйынса тантаналы сарала тапшырыласаҡ.
Конкурстың торошо
Ҡатнашыусының ғаризаһы