"Берҙәмлектә көс!" патриотизм сәғәте
Бөгөн, 24 февралдә, Башҡортостандың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында "Берҙәмлектә көс!" патриотизм сәғәте үтте. Сара Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Сарала «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды филиалының Башҡортостан республикаһы буйынса социаль координаторҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Олег Мөфтәхетдинов һәм Артем Мөхәрәмов ҡатнашты.
Китапханасылар тыңлаусыларға Башҡортостанда тыуып үҫкән Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булыусылар хаҡында һөйләне. Хәрби хәрәкәттәр зонаһында булыу тураһында хәтирәләре һәм тәьҫораттары менән ветерандар уртаҡлашты. Улар шулай уҡ тыңлаусыларҙың Рәсәй суверенитетын яҡлаусы һәм нығытыусы, күп милләтле һәм күп конфессиялы илебеҙҙең берҙәмлеген тәьмин итеүсе ваҡиғалар һәм унда ҡатнашыусылар тураһында һорауҙарына яуап бирҙе.
Бәйләнештә социаль селтәрендә патриотизм сәғәте тура трансляцияһын ҡарарға мөмкин
Прямую трансляцию часа патриотизма можно посмотреть во ВКонтакте