Бер тигеҙлектәге диалог

Башҡортостан республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы менән берлектә һайлау хоҡуғы һорауҙары буйынса онлайн лекторияны дауам итә. 
Сираттағы осрашыуҙа ҮҺК хоҡуҡ тәьмин итеү Аппараты етәксеһе Рәсих Шәмсутдинов сығыш яһаны. Лекторийға Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Бәләбәй, Учалы ҡалаларынан 18 йәштән оло һуҡыр һәм насар күреүсе граждандар ҡушылды.
Ентекләберәк https://cikrb.ru/ сайтында уҡый алаһығыҙ.
 https://cikrb.ru/
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.