Белорет ҡалаһында тифлосессия

Тифлосессия в городе Белорецк
14 июнь М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы белгестәре Белорет ҡалаһында "Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн мәҙәни ял учреждениелары" тифлосессияһын үткәрәсәк. Тифлосессияла Башҡортостан республика ҡала һәм райондары дөйөм хеҙмәтләндереү китапханаларынан белгестәр ҡатнашасаҡ. 
Китапханасылар мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың мәғлүмәт алыуға бәйле һорауҙарҙы ҡараясаҡ. 
Ҡатнашыусылар һуҡырҙар өсөн адаптив һәм виртуаль мәғлүмәт биреү үҙенсәлектәре тураһында беләсәк. 
Тифлосессия түңәрәк өҫтәл менән тамамланасаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.