Башҡортостанда "Үҙенсәлекле ҡараш"

19 апрель махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында һуҡырҙарҙы мобилле булырға, тирә-яҡта ориентир тоторға һәм "Аш-һыу" темаһында үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү буйынса уҡыуҙар башланды. Курсты авторҙар - Марта һәм Алексей Любимовтар алып бара. 
12 көн буйына практик дәрестәр үтәсәк. 
Беренсе дәрестә үк ҡатнашыусылар ойоштороусыларҙан бүләккә йыйылмалы Чехия таяғын һәм "Һәр кем бешеренә ала! Һуҡырҙарҙы аш-һыуға өйрәтеү буйынса кәңәштәр һәм рецептар" китабын бүләккә алды. Был курс махсус китапхана ҡулланыусылары араһында бик актуаль һәм ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Дәрестәр 2021 йылдың 30 апреленә тиклем барасаҡ.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.