Башҡортостан Республика Конституцияһы көнөндә
1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһының төп законы ҡабул ителә. Конституция Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация нормаларын үҫтерә һәм республика тарихында тәүге тапҡыр кеше һәм гражданин хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары өлкәһендә халыҡ-ара стандарттарҙы, конституцион кимәлдә хоҡуҡи дәүләт принциптарын нығыта.
Башҡортостан конституцияһы төбәк территорияһында демократик хоҡуҡи дәүләт һәм социаль йүнәлешле иҡтисад нигеҙҙәрен нығытты. Бөгөн республиканың төп законы ҡануниәтте артабан камиллаштырыуҙы, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто, Башҡортостан халҡының хоҡуҡтарын һәм азатлығын ышаныслы яҡлауҙы, милләт-ара татыулыҡты һәм тыныслыҡты һаҡлауҙы тәьмин итә.
Конституцияла нығытылған нормалар арҡаһында республикала ирекле һайлауҙар аша дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары формалаша.
Республикабыҙҙың төп законына 31 йыл тулды. Ни өсөн Конституция кәрәк? Уның мәғәнәһе нимәлә? Был мәсьәләләр "Сәскә ат, Башҡортостан" мәғариф сәғәте барышында Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернатының 8-9 класс уҡыусылары менән тикшерелде.
Конституция - дәүләттең фундаменталь хоҡуҡи нигеҙе. Ул төп маҡсаттарыбыҙҙың, бурыстарыбыҙҙың, ҡиммәттәребеҙҙең ниндәй булыуын асыҡ аңларға мөмкинлек бирә: беҙ кем һәм ҡайҙан киләбеҙ. Конституция бөтә закондар сығарыу базаһын булдыра, һәм республика башлығының бер генә законы ла, бер генә указы ла уға ҡаршы килә алмай. Ҡыҙыҡһыныусан балалар Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын төҙөү тарихы буйынса һорауҙар бирҙе. Викторина үткәрелде, балалар һорауҙарға рәхәтләнеп яуап бирҙе.