Башҡорт яҙыусыһы, сатирик Марсель Сәлимовтың китаптар презентацияһы

Бөгөн, Башинформ мәғлүмәт агентлығында яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың китаптар презентацияһы үтте. «Әҙәбиәт йылында күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн Марсель Сәлимовҡа “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы” почетлы исеме бирелә. Быйылғы һәм үткән йылдарҙа яҙыусының бер-нисә китабы донъя күрҙе, - тигән һүҙҙәр менән “Башинформ”дың төп мөхәррир урынбаҫары Алик Шәкиров презентацияны асты. – Сатириктың презентациялары Ялтала, Мәскәүҙә, Сочила һ.б. уҙғарылды, ә Өфөлә әле булғаны юҡ ине.”
Осрашыу барышында яҙыусы бер-нисә шиғырын уҡыны, тәржемәселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
2015-се йылда “Китап” нәшриәте тарафынан “Заманына күрә - көлкөһө” китабы баҫтырылды. Китап өс өлөштән тора – шиғриәт, проза һәм драматургия. Китаптың мөхәррире -Ринат Камалов.
Марсель Сәлимовтың был китабы махсус китапханала Брайль шрифты буйынса ла сығарылды. 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.