Девяностолетие библиотеки

Башҡорт халыҡ көйҙәре Брайль шрифты менән

Композитор Данир Мәхмүтовтың баян өсөн тәржемәһендәге башҡорт халыҡ көйҙәре тиҙҙән туған башҡорт музыкаһын өйрәнеүселәр өсөн тәғәйенләнгән брайль буйынса асыҡ форматта донъя күрәсәк.
Проект «Инеү коды» АКҠО тарафынан М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы менән партнерлыҡта тормошҡа ашырыла. Инициатива сиктәрендә ҡабарынҡы-нөктәле шрифт менән 110 дана нота-музыкаль баҫма әҙерләнгән, улар яҡын арала төбәктең инклюзив һәм махсуслаштырылған мәктәптәре, муниципаль район китапханалары, шулай уҡ шәхси ғаризалар буйынса физик шәхестәр араһында таратыласаҡ.
Һис шикһеҙ, музыка сәнғәтендә иң әһәмиәтле һәм күп яҡлы темаларҙың береһе-тыуған ил темаһы. Данир Мәхмүтов - талантлы ижади эшмәкәр һәм композитор, Башҡортостан республикаһының музыкаль мәҙәниәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән. Ул үҫеп килгән быуынды баянда уйнау нигеҙҙәренә өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүлә, ижади үҙ-үҙен белдереүгә һәм үҙенең крайының музыкаль мираҫына һөйөүгә илһамландыра.
Баҫмаға башҡорт халыҡ көйҙәренә һайланма ноталар индерелгән, улар педагогик һәм башҡарыу практикаһы өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Проектты тормошҡа ашырыу арҡаһында һуҡыр (күреү буйынса инвалид) тыуған яҡты өйрәнеү йөкмәткеле нота-музыкаль грамотаны үҙләштереү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Музыкаль белем биреү учреждениеларының һуҡыр һәм насар күргән уҡыусылары үҙ төбәгенең музыкаль мәҙәниәте үҙенсәлектәре, Данир Мәхмүтов ижады менән танышасаҡ.
Яҡын арала Брайль ҡабарынҡы-нөктәле шрифты менән нота-музыкаль баҫмалар ғариза биргән учреждениелар фондына һуҡыр һәм насар күргән уҡыусыларҙы һәм ҡулланыусыларҙы инклюзив белем биреү сиктәрендә ҡулланыу өсөн тапшырыласаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.