Балаганчик нклюзив театрының Яңы йыл спектакле
25 декабрь М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында «Яңы йыл әсире, йәки Шуриктың яңы мажаралары»спектакленең премьераһы үтте. Балаганчик инклюзив театрының үҙешмәкәр актерҙары тамашасыларға Леонид Гайдайҙың "Кавказ әсир" комедияһынан рухланып оригиналь ҡуйылыш тәҡдим итте.
Сюжет үҙәгендә - ҡарһылыуҙы урлауҙың күңелле тарихы, уның тирәләй ҡыҙыҡлы һәм динамик ваҡиғалар бара. Спектакль дауамында ваҡиғалар яңы йыл йырҙары менән сиратлашты, байрам атмосфераһын булдырҙы. Спектаклдә киләһе актерҙар ҡатнашты: Ринат Сөләймәнов, Олег Бугров, Рима Хөсәйенова, Сулпан Раҡаева, Фәнүр Бәҙретдинов, Илдар Мансуров, Рәмзиә Тарасова, Надежда Пушкарева, Динара Пышкина һәм Марина Иванова. Тауыш биҙәлешен Вадим Бессольцев әҙерләне. Спектакль тамашасыларға яҡынлашып килгән Яңы йыл атмосфераһына сумып, байрамдың яҡшы кәйефен бүләк итте.

Макарим Хусаинович Тухватшин











