Девяностолетие библиотеки

Баҡса - быуындар бәйләнеше бөтә Рәсәй акцияһы

"Баҡса - быуындар бәйләнеше" бөтә Рәсәй акцияһы

Благовест социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү фонды тарафынан йыл һайын "Баҡса - быуындар бәйләнеше" бөтә Рәсәй акцияһын үткәрә. Ул рухи-патриотик, социаль-экологик проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

2025 йылда акция РФ мәғариф министрлығы, РФ мәҙәниәт министрлығы, РФ ҡораллы көстәре ветерандары ЯСЙ-һы ярҙамында үтә.

Ҡатнашыусы булыу һәм акцияла ҡатнашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта танышырға мөмкин: https://fondblagovest.ru/sad-svyaz-pokolenij-2025

Акцияның маҡсаты: яңы традиция булдырыу – йыл һайын 19 майҙа билдәләнгән «Баҡса - быуындар бәйләнеше» акцияһы сиктәрендә үҫентеләр ултыртыу йәмғиәтебеҙҙе берләштергән социомәҙәни ҡиммәттәрҙе яҡлау һәм үҫтереү, тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу, оҙайлы перспективала хеҙмәттең мөһимлеген күрһәтеү, кешеләрҙең рухи берҙәмлеге һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү өсөн шарттар булдырыу.

Акцияның бурыстары: бер үк ваҡытта үҫентеләр ултыртыу (климат шарттарына ҡарап, башлыса емеш ағастары); был акцияға мөмкин тиклем күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү; емеш баҡсаларын тәрбиәләү һәм ултыртыу мәҙәниәтен формалаштырыу; тәбиғәткә ҡулланыусылар мөнәсәбәтен коррекциялау.

«Быуындар бәйләнеше» бөтә Рәсәй рухи-патриотик, социаль-экологик проекты Рәсәй Федерацияһы Президентының 2022 йылдың 9 ноябрендәге 809-сы һанлы «Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау тураһында», 2025 йылдың 16 ғинуарындағы 28-се һанлы «Рәсәй Федерацияһында Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһында» указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Проектта 2023 йылда 55 төбәк, 2024 йылда 78 төбәк (шул иҫәптән РФ-тың яңы территориялары) ҡатнашты. Проектҡа Рәсәйҙең күп кенә төбәктәренең министрлыҡтары, ведомстволары һәм етәкселеге, ветерандар йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар һәм уҡыу йорттары ярҙам итә.

Был изге эшкә ғаиләләр, коллективтар менән ҡушылып, үҫентеләр ултыртыуҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.