Асыҡ йөрәкле, изге һүҙле
Башҡортостандың милли китапханаһы майҙансығында йәйге уҡыу залы сиктәрендә, М. Х. Төхвәтшин ис. һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының 90 йыллығына арналған байрам сараһы үтте.
Ҡунаҡтарға китапхана эшмәкәрлеге тураһында «Асыҡ йөрәкле, изге һүҙле...» лозунгыһы аҫтында махсус форматтағы уникаль баҫмалар күргәҙмәһе, шул иҫәптән Брайль рельефлы-нөктәле шрифты менән баҫылған китаптар, аудиокитаптар һәм тактиль әсбаптар тәҡдим ителде. «Мин Брайль буйынса яҙырға өйрәнәм» оҫталыҡ дәресе ярҙамында теләгән һәр кем был оҫталыҡҡа өйрәнә алды. Шулай уҡ байрамда күреү мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә мәғлүмәткә инеүҙе тәьмин иткән заманса техник саралар тәҡдим ителде.
Программаның концерт өлөшө 1935 йылдан алып һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының барлыҡҡа килеү тарихына күҙәтеү менән үрелеп бара: тап шул ваҡытта «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең бер һанында Өфө һуҡырҙар ойошмаһы ҡарамағында китапхана асылыуы тураһында бәләкәй генә яҙма баҫылып сыға. Беренсе директор Юрий Эпштейн инициативаһы буйынса һуҡырҙар өсөн ҡала китапханаһы республика статусын ала. Шулай уҡ М. Х. Төхвәтшинды йылы һүҙ менән телгә алалар, уның исемен хәҙер учреждение ғорурлыҡ менән йөрөтә.
"Мәкәрим Хөсәйен улы Башҡортостан Республикаһының күренекле улы, башҡорт ҡабарынҡы-нөктәле шрифтын булдырыусы, уның тормошо – ул үҙенең бәләкәй Ватанының һуҡырҙарға тоғро хеҙмәт итеүенең өлгөһө. Брайль буйынса тәүге китаптарҙың береһе булып «Башҡорт алфавиты» нәшер ителә, ул шунда уҡ Өфө ҡалаһының һуҡыр һәм насар күргән балалары өсөн 28-се махсус мәктәп-интернатының белем биреү процесына индерелә. Шул ваҡыттан алып беҙ донъяла Брайль шрифты буйынса башҡорт телендә баҫмалар сығарған берҙән-бер китапхана булып торабыҙ. Бөгөн дә беҙҙең китапхана Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемен ғорурлыҡ менән йөрөтә. Китапхана фойеһында М.Төхвәтшиндың мемориаль мөйөшө ойошторолған.
Башҡортостан республика махсус китапханаһының юбилейын ойошманы үҫтереүҙә ҡатнашыусыларҙың һәм уның абруйлы ҡунаҡтарының сығыштары биҙәне. Йыйылыусыларҙы директор вазифаһын башҡарыусы Ирина Николай ҡыҙы Күсәрбаева, Башҡортостан республикаһы яҙыусылар Союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм башҡалар сәләмләне.
Китапхананың талантлы уҡыусылары Азат Закиров, Светлана Мусина, Марина Иванова үҙҙәренең йырҙары менән уртаҡлашты.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге артистарының сығыштары ла йылы һәм күңелле булды.
Ҡунаҡтарға сәй ҡойоп, тәмле ризыҡтар менән тулы өҫтәл тәҡдим иттеләр. Шунда уҡ ҡул эштәре оҫталарының милли биҙәүестәрен һатып алырға мөмкинлек булдырылды.
Яңылыҡтар сығанағы Милли китапхана сайты: https://bashnl.ru/novosti/42074/

Макарим Хусаинович Тухватшин