Артем Бондаренко менән әҙәби осрашыу
Махсус китапханала яҙыусы Артем Бондаренко менән осрашыу үтте. Уның хикәйәләр йыйынтығы махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә нәшер ителде. "Ҡәһәрле осрашыу" - Артемдың дебют китабы. Әлеге ваҡытта яҙыусы ӨНТУ-ның информатика, математика һәм робототехника факультетында уҡый.
2021 йылда ул пара-ҡаяға менеү буйынса донъя чемпионатында Башҡортостандан берҙән-бер һуҡыр ҡатнашыусы һәм Рәсәйҙән берҙән-бер финалист була.
Китабы тураһында автор былай ти: "Китап төп геройҙарҙың хәлен төрлө яҡтан баһаларға мөмкинлек бирә. Ике кеше бер предметҡа ике төрлө ҡарашта булыуын аңлар өсөн бөйөк шәхес булыу кәрәкмәй. Был минең тәүге китабым. Ижад юлымдың башы ғына!"
Осрашыуға Өфө статистика, информатика һәм һанап сығарыу техникаһы колледжы студенттары килде. Улар авторға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр.