Аҡтырнаҡ: беҙҙең тәүге тыуған көнөбөҙ.
Оҙатыусы эттәрҙең хужалар клубы “Аҡтырнаҡ” 21 декабрь 12:00 сәғәттә дуҫтарын йыя. Сара махсус китапханала үтәсәк.
21 декабрь был клубтың Өфөлә барлыҡҡа килеүенә нәҡ бер йыл тула. Сара программаһында:
КВН командаларының сығышы;
Театрлаштырылған этюд (сценарий авторы Анна Александрова);
Викторина;
Ҡойроҡло дуҫтарыбыҙ менән күңелле конкурстар;
Луиза Йәғәфәрованың фотоһүрәттәр күргәҙмәһе;
М. Аҡмулла ис. БДПУ-ның худ-граф. студенттарының этюдтар күргәҙмәһе.
Кисәгә Ring of Brodgar фолк-төркөмө йәм өҫтәйәсәк. Был кельт һәм рус музыкаһының һоҡланғыс ҡушылмаһы, әкиәти текстар, ҡоралдар тылсымы һәм наҙлы ҡатын-ҡыҙ вокалы. Байрамдың махсус ҡунаҡтары – “Инвалидтарҙың ярҙамсы эттәре” кинология үҙәге хеҙмәткәрҙәре. Шулай уҡ Германиянан да махсус ҡунаҡ буласаҡ. Ул да булһа Германия академия алмашыныу хеҙмәте вәкиле Алексей Дёрре.