2023 йылда «Ағиҙел» журналы һуҡырҙар өсөн тулыһынса тауышландырылды

Журнал «Агидель» за 2023 год полностью озвучен для незрячих

"Ағиҙел" - башҡорт телендә ай һайын сыҡҡан рәсәй әҙәби-публицистик журналы. Журнал Башҡортостандың төп әҙәби ваҡытлы баҫмаһы булып тора.
Һуҡырҙар өсөн китапхананың тифлобаҫма бүлегенең тауыш яҙҙырыу студияһында «Ағиҙел» журналының 2023 йылғы һандары тауышландырылды. 
Периодика - йәмғиәттең рухи тормошоноң көҙгөһө. Күпселек журналдар донъяға ҡараш даирәһен киңәйтергә, художестволы зауыҡ һәм уҡыу мәҙәниәтен формалаштырырға тейеш. Ваҡытлы матбуғаттың төп үҙенсәлеге — мәғлүмәт алыуҙың оперативлығы, яңылығы ваҡытында булыуы. Ваҡытлы матбуғат баҫмаларын даими уҡыған кеше белемлерәк, һуңғы ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар була.
«Ағиҙел» журналы башҡорт телендә сыға. Унда Башҡортостан әҙәбиәтенең бөтә классиктары баҫыла. Башҡортостан яҙыусыларының яңы әҫәрҙәре һәм ғалимдарҙың әҙәбиәт ғилеме хеҙмәттәре менән бер рәттән, журнал биттәрендә даими рәүештә республиканың сәйәси, социаль һәм иҡтисади хәле, фән, мәҙәниәт, мәғариф үҫеше тураһында материалдар баҫыла.
Техник эшкәртеү процесынан һуң баҫмалар һуҡырҙар өсөн махсус китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыла.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.