15 октябрь - Халыҡ-ара "аҡ таяҡ" көнө.

15 октября – Международный день "белой трости"
"Аҡ таяҡ" - күреү һәләтенән яҙған кешенең символы. Ул йәмғиәттең иғтибарын һуҡырҙарға һәм насар күреүселәргә ҡарата арттырыу, толерантлы мөнәсәбәттә булырға саҡыра. Был идея АҠШ-ТА 1960-сы йылдарҙа барлыҡҡа килә. Донъя масштабында был көн 1970 йылдан алып билдәләнә. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте был көнгә 1987 йылда ҡушыла.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы РФ-тың 5 иң ҙур махсус китапханаларына инә. Китапхана һуҡырҙарҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын, башҡа категория инвалидтарын хеҙмәтләндерә. Уның фондында 260 экземплярҙан ашыу махсус форматтарҙағы китаптар һаҡлана. Бынан тыш Брайль шрифты менән төрлө баҫмалар яһай. Күп йылдар китапхана төрлө министерстволар, йәмғиәт һәм дәүләт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә. Шулар араһында М. Аҡмулла исемендәге БДПУ. Бергә башҡарған гранттар, студенттарға практика үтеү мөмкинлеге, саралар үтеп тора.
РБ-ның муниципаль китапханалары Брайль шрифты менән баҫтырылған баҫмалар өсөн тап махсус китапханаға мөрәжәғәт итә.
Китапхананың төп маҡсаты - мөмкинлектәре сиклеләрҙең тормошон еңеләйтеү, шәхси формалашыуҙа ярҙам итеү.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.