“Йәшә, китап!” акцияһы эсендә

“Йәшә, китап!” акцияһы эсендә
“Йәшә, китап!” акцияһы эсендә
“Йәшә, китап!” акцияһы эсендә
“Йәшә, китап!” акцияһы эсендә
“Йәшә, китап!” акцияһы эсендә
2015 йылдың 10 июнендә Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында  Китап йылына арналған “Йәшә, китап!” акцияһы эсендә сираттағы сара уҙғарылды. Йыл буйы дауам иткән был акцияла Өфө ҡалаһының 126 мәктәп уҡыусылары байрам уртаһында булды. Әлеге ваҡытта А. С. Пушкин  көндәре барыуы айҡанлы, мәктәптең йәйге майҙансығына йөрөгән балалар А.С. Пушкиндың “Балыҡсы һәм балыҡ хаҡында әкиәт” әҫәре буйынса тактиль китап эшләүҙә ҡатнаштылар. Китап күп форматлы баҫмалы: һуҡырҙар өсөн эре нөктәле Брайль шрифты һәм тотоп ҡарамалы һүрәттәр менән биҙәлгән, эре шрифтлы  һәм CD-дискта китаптың аудио (тауышландырылған) варианты ла бирелгән. Тактиль китап эшләнеп бөткәс, уҡыусылар А.С. Пушкиндың әкиәттәре буйынса викторинала белемдәрен һынанылар һәм Светлана Дәүләтбирҙина башҡарыуында экранда “Эбру”техникаһы менән һыуға төшөрөлгән һүрәттәрҙе  ҡаранылар, аҙаҡ балаларға ла  ошо уҡ техникала төшөрөү һәләттәрен тикшереү мөмкинселеге булды.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.