Яңы йыл байрамы

Новогодний бал-маскарад
Новогодний бал-маскарад
Новогодний бал-маскарад

Тылсымға тулы Яңы йыл төнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был байрам сергә, мөғжизәгә тулы. Һәр йыл һайын беҙ яңы йылдан уңыштар, бәхет, яңынан яңы асыштар килтереүен теләйбеҙ. Яңы йылға яңы теләктәр, хыялдар асабыҙ, яңыса йәшәй башлайбыҙ. Унда ниндәйҙер әкиәт бар кеуек, шуға күрә беҙ бөтәбеҙ ҙә был төндө яратабыҙ.  

25 декабрь беҙҙең китапхананың ҡулланыусылары өсөн дә яңы йыл кисәһе уҙғарылды.  

Табын янында уйындар, шаяртыуҙар, йырҙар күп булды. Шулай уҡ ҡунаҡта әкиәт персонаждары – Мальвина, фея, убыр ҡарсыҡ һ.б. булды. Ҡыш бабайҙан лотерея уйнатылды.  

Бал-маскарад 2016 йылдың һуңғы кисәһе ине.  

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.