“Салауат Низамтдинов иҫтәлегенә”тип аталған виртуаль күргәҙмә

Нет аудиозаголовка!!!
Ике йыл элгәре Салауат Низаметдиновтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Күп балалы шахтерҙар ғаиләһендә  үҫкән тыумыштан һуҡыр  ауыл малайы күренекле башҡорт композиторы, Рәсәй Федерацияһының  атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Республикабыҙҙың йәштәр өсөн Ғ. Сәләм, халыҡ-ара “Филантроп” һәм Дмитрий Шостакович исемендәге премиялар лауреаты булды.
Үҙенең барлыҡ ғүмерен С. Низаметдинов музыкаға бағышланы. Уның ижад даирәһе ифрат та киң булды: ул опералар ҙа, симфониялар ҙа, романстар ҙа, эстрада йырҙарын да ижад итте, спектакльдәргә, документаль һәм нәфис фильмдәргә  көй ҙә яҙҙы.
1968 йылдан алып ул беҙҙең Республикабыҙҙың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының даими уҡыусыһы булды. Үҙенең тормош юлының һәр мәлендә лә ул донъя хәлдәре менән  ҡыҙыҡһынып торҙо,  һөнәри кимәлен  камиллаштырыуға ынтылды, ижад ҡомары һәр саҡ юғары кимәлдә ине.
Дан яулағас та ул китапханаға һәм үҙенең дуҫтарына бер ваҡытта ла хыянат итмәне, ихлас күңелдән осрашыуҙарға йөрөнө, китап уҡыусылар менән аралашты, кисәләрҙе үҙе алып барҙы. Ошо онотолмаҫ осрашыуҙарҙа музыка уйын ҡоралдарында ихлас уйнаны, йырҙар башҡарҙы, яратҡан авторҙарының шиғырҙарын һөйләне. Китапхананың пианиноһы әле лә уның ҡулдарының йылыһын һаҡлай һымаҡ.
Уҡыусылар уны яраттылар, ғашиҡ булдылар, сөнки ул шул тиклем ихлас, ябай, һәр кем менән ысын күңелдән аралаша ла белә   һәм шул уҡ ваҡытта бик талантлы ла ине. С. Низаметдинов барлыҡ һуҡырҙар һәм насар күреүселәргә, бигерәк тә үҙе ҡасандыр уҡыған 28-се махсус интернат-мәктәп уҡыусылары өсөн тормош өлгөһө булды. Тома һуҡырҙарға һәм ошо интернат-мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләп рельефлы нөктә шрифтлы (Л.Брайль системаһы буйынса) композитор әле үҙе иҫән саҡта уҡ уның “Тәүбә” исемле китабы нәшер ителгәйне. Тауыш яҙҙырыу студияһында уның башҡорт телендәге йырҙары һәм музыкаль  әҫәрҙәре ҡабаттан яҙҙырылып  электрон форматта сығарылды.
Салауат Низаметдинов хаҡындағы яҡты хәтирәләр беҙҙең уҡыусыларыбыҙ йөрәгендә мәңге һаҡлана һәм улар һәр саҡ ҙур ғорурлыҡ менән уны иҫкә алалар, уға оҡшарға тырышалар, уның миҫалында ауырлыҡтарға ҡаршы торорлоҡ көс табалар.
 
Виртуальная книжная выставка «Памяти Салавата Низаметдинова» на русском и башкирском языках.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.