Отчет йыйылышы үтте.

Нет аудиозаголовка!!!
Февраль айында, һәр йылдағыса, һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы уҡыусылары менән отчет йыйылышын үткәрҙе.
Йыйылышта китапхана хеҙмәткәрҙәре 2015 йылда башҡарылған эштәре, үткәрелгән мероприятиелар хаҡында һөйләне. Шулай уҡ, уҡыусылар, 2016 йылға, план менән дә таныштылар. Йыйылыш барышында, рельефлы-нөктәле шрифт буйынса уҡыусыларҙың һаны кәмеүе, күберәк аудио-китаптарға өҫтөнлөк биреү мәсьәләләре ҡаралды. Брайль шрифтын күберәк үҙләштергән оло йәштәге уҡыусылар быны бармаҡтарҙың һиҙемләү һәләте кәмеүеменән аңлатһа, йәштәр иһә, яңы технология күп мәғлүмәтте яҡшыраҡ еткерә, тип иҫәпләй.
Уҡыусылар һөйләй торған китаптарҙы кассетаға күсереүҙе һорай. Заман технологияһы флеш-карта менән дә ҡулланырға мөмкинселек бирә. Шуға күрә, китапхана хеҙмәткәрҙәре, уҡыусыларға, яңылыҡтарҙы, мәғлүмәттәрҙе тиҙерәк еткереү маҡсатында, заманса бәйләнеш сараларын булдырырға, тигән ҡарарға килде.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.