Новости

14.08.2019

“Кино төнө” 2019

Ночь кино 2019
Август айында Рәсәйҙә дүртенсе йыл рәттән барған “Кино төнө” акцияһы утә. Асыҡ кинотеатрҙар, концерт залдары, музей һәм китапханалар ҡунаҡтарға лекциялар һәм экскурсиялар, мастер кластар һәм актерҙар менән осрашыу, концерттар һәм билдәле фильмдар әҙерләй. “Кино төнө”акцияһын ойоштороусылар - Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы, кино фонды, мәҙәни мираҫ һәм Рәсәй традициялары “Культура.РФ” порталы.
 
11.08.2019

Корбан ғәйетен ҡыуаныс-шатлыҡ менән ҡаршы алайыҡ, хәрмәтле уҡыусыларыбыҙ!

Корбан ғәйетен  ҡыуаныс-шатлыҡ менән ҡаршы алайыҡ, хәрмәтле уҡыусыларыбыҙ!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!
“Мосолман башҡа ҡәрҙәшенә тел менән дә, ҡул көсө аша ла зыян килтермәҫ”,–тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Ул мәрхәмәтлелеге, шәфҡәтлелеге менән айырылып тора, ризығынан фәҡирҙәргә өлөш сығара, яҡшы кәңәш-фекере илә эргә-тирәһендәгеләрҙең күңелен үҫтереп йәшәй. Иншаллаһ, ошо күркәм сифаттар Ҡорбан ғәйетендә тағы ла артһын, йөҙҙәрҙәге иман нуры сағыуыраҡ балҡыһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, күркәм һүҙ-теләк аша йөрәктәргә дәрт, ышаныс өҫтәп йәшәргә насип ҡылһын. Бигерәк тә арабыҙҙа йәшәгән мөмкинселектәре сикләнгәндәргә, тома һуҡырҙарға ҡарата мәрхәмәтлерәк булайыҡ, улар ҙә ошо гүзәл донъяның матурлығына ҡыуанып, күңел тыныслығы мөнән мул донъяла үҙ яҙмыштарынан ниндәйҙер шатлыҡтар табып ғүмер итһендәр. Донъябыҙ имен, аралағы мөнәсәбәттәребеҙ татыу, көндәребеҙ тыныс булһын. Ҡорбан ғәйете мөбәрәк килһен, артабанғы байрамдарҙы ла ҡыуаныс-шатлыҡ менән ҡаршы алайыҡ, иншаллаһ!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ. Амин!
 
 
 
18.07.2019

Сталинград алышының аҙағы

Конец Сталинградской битвы
1942 йылдың йәй уртаһында Гитлер ғәскәре Волгаға яҡынлаша. Дошман Сталинград ҡалаһына ла һөжүм итеүҙе планлаштыра. Гитлер был планын, 6-сы Паулюс ғәскәре ярҙамында, аҙна эсендә тормошҡа ашырырға уйлай. Ғәскәргә, 270 000 кешенән һәм 3 мең ҡорал, 500 танктан торған 13 дивизия инә.
 
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.