Настройки шрифта:
Выберите шрифт Arial Times New Roman
Интервал между буквами (Кернинг): Стандартный Средний Большой
Выберите шрифт Arial Times New Roman
Интервал между буквами (Кернинг): Стандартный Средний Большой
19 май "Балаганчик" китап театрының һәүәҫкәр артистары рус яҙыусыһы һәм шағирәһе, мемуарист, тәржемәсе, билдәле хикәйәләр авторы Надежда Александр ҡыҙы Тэффиның тыуыуына 150 йыллығына кисә әҙерләне.
Кисәне алып барыусылар Марина Иванова һәм Илдар Мансуров Тэффи псевдонимы аҫтында билдәле булған Надежда Лохвицкая тураһында һөйләнеләр.
Тэффи тормошонда юмор айырылғыһыҙ ижад өлөшө. Тап юмористик ҡыҫҡа хикәйәләр уға киң танылыу алып килә.
Сулпан Раҡаева, Рәмзиә Тарасова һәм Ринат Сөләймәнов "Бәхетле мөхәббәт" хикәйәһе буйынса скетч күрһәттеләр.
Шулай уҡ, ҡунаҡтар өсөн Тэффиның "Бөтә арыусылар тураһында", "Ҡара карлик" шиғырҙары яңғыраны.
По материалам интернет изданий.