Китапханала түҙемлек дәресе.

Дети знакомятся с библиотекой для слепых
Шрифт Брайля.
Экскурсия по фонду библиотеки
Дети с детской писательницей Фарзаной Губайдуллиной
2014 йылдың 12 ноябрендә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында 128-се мәктәптең 2 класс уҡыусылары өсөн Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөнә арналған «Йөрәк менән ҡағыл» исемле түҙемлек дәресе үтте.
Китапханала үткән экскурсия барышында балалар китапхананың фонды менән танышты, рельефлы-һүрәтле Брайль шрифты менән китап баҫыу эшен күҙәтте. Балалар шулай уҡ «Маша һәм айыу» тифлокомментариялы йәнһүрәтен бик ҡыҙыҡһынып ҡараны. Был экскурсия уларға нисек тәьҫир итеүе һәм ниндәй тойғолар ҡалдырыуы тураһында китапхана белгестәре менән фекер алышты. 
Уҡыусылар балалар яҙыусыһы, «Балалар әҙәбиәте антологияһы»ның төҙөүсеһе һәм авторы Фәрзәнә Ғөбәҙуллина менән дә танышты. Ул балаларға антологияға ингән әҫәрҙәр тураһында һөйләп бирҙе.
Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала үткәрелгән түҙемлек дәресенең аҙағында уҡыусылар тауыш яҙҙырыу студияһында китаптар тураһында дискка шиғыр яҙҙырҙы. Был дискты улар китапханаға бүләк итеп ҡалдырырға ҡарар итте.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.